05.07.2018 Бөрйән районының баш ҡалаһы - Иҫке Собханғол ауылы күренештәре
30 июндә, шәмбе көндө Ан-2 самолеты көндөҙ унда-бында осоуын күҙәтергә тура килде. Тәүҙә уны "коробочка" яһап аэродромға ултырыр тип уйланыҡ. Юҡ, биплан күҙҙән юғалып торҙо ла, әйләнә буйынса осоп йөрөнө. Геодезия, янғын хәүефһеҙлеге, картография бурыстарын үтәнеме - әлегә мәғлүм түгел.
Шул "Ан-2"-лә осҡан Фәнил Мырҙағолов тигән ағайҙың фотоларын тәҡдим итәбеҙ. Ул "Одноклассники" селтәрендәге сәхифәгә лә һүрәттәр һалған: https://ok.ru/profile/571547177875
Иҫке Собханғол аэродромы әле лә бар. Элек, Совет осоронда ул көн дә Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа, Сибайға осҡан еңел моторлы самолеттарҙы, башлыса "Ан-2"-не ҡабул иткән. Кешеләр "бер сәғәт тә 20 минутта Өфөгә барып етә торғайныҡ" тип хәтерләйҙәр.
Ярай әле аэродром биләмәһе шәхси йорт төҙөүгә бирелмәгән, осоу-ултырыу һыҙатындағы бетон плитәләре лә иҫән.
Объект онотҡанда берҙе булһа ла ошолай итеп осоусы машиналарҙы ҡабул итә. Санавиация менән киҫкен хәлдәге ауырыуҙарҙы ла баш ҡалаға оҙаталар.