«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 71 йыл никахта йәшәйҙәр! Өлгө алығыҙ!



08.07.2018 71 йыл никахта йәшәйҙәр! Өлгө алығыҙ!

71 йыл никахта йәшәйҙәр! Өлгө алығыҙ!
Кашаф Әғлетдин улы һәм Сажиҙә Мөхәмәтлатип ҡыҙы Сәмиғуллиндар 71 йыл бергә, әммә һаман да бер-береһенә һөйөү тулы күҙҙәре менән ҡарай.

Улар 1947 йылда таныша. Буласаҡ контрразведчик, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы Йәрмәкәй районына командировкаға килә. Унда шишмә буйында биҙрәһенә һыу тултырып торған матур ҡыҙҙы осрата. Йәштәр таныша һәм өс көн үткәс өйләнешә.

Кашаф һәм Сажиҙә ныҡлы никахтары менән генә айырылып тормаған. Ир менән ҡатын һәр саҡ мохтаждарға ярҙам иткән һәм бөгөн дә пенсияның бер өлөшөн хәйриәлеккә тотона. Йәрмәкәй ауылында мәсет төҙөү өсөн Кашаф Сәмиғуллин бер миллион һум тапшырған. Уларҙы мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына йыш ҡына ҡунаҡҡа саҡыралар.

Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан Сәмиғуллиндарға «Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын тапшырҙылар.

Хоҙай уларға ныҡлы һаулыҡ бирһен.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға