«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бишенсе фән кандидаты



02.07.2018 Бишенсе фән кандидаты

Бишенсе фән кандидаты
Бәләкәй генә Илкәнәй ауылында тыуып үҫкәндәр араһынан Әлиә Ишҡолова бишенсе булып кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы

Хәҙерге заманда йәштәрҙең белем алыу­ға ынтылыуы ҡәҙимге күренешкә әйләнде. Халыҡтың «Белемле – тешләгән» тигән мәҡәле фекеренә бөтөнләй тап килеп бөтмәһә лә, күптәр төплө белем эстәп, уңышлы тормош көтә. Күп кенә милләттәшебеҙҙең юғары белем алып уны артабан камиллаштырыуы – бигерәк тә ҡыуаныслы күренеш.
Быйыл май аҙағында тамырҙары Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылынан булған 27 йәшлек Әлиә Ишҡолова Ырымбур ҡалаһында техник фәндәр кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә лайыҡ булды. Күптәр, бәлки, был хәбәр­ҙе ябай ғына яңылыҡ булараҡ ҡабул итер. Ләкин шул иғтибарҙы йәлеп итә: Әлиә Риф ҡыҙы – йөҙләп йорттан торған Илкәнәйҙән сыҡҡан би­шенсе фән кандидаты. Быға тиклем уның ауылдаштарынан берәр кеше тарих, техник, химия, педагогия фәндәре кандидаты исеменә уңышлы диссертация яҡлағайны. Шул да мәғлүм булһын, Әлиә – Тамъян ырыуынан булған Ишҡоловтар нәҫеленән өсөнсө фән кандидаты. Киләсәктә Илкә­нәйҙә тыуып үҫкәндәр араһынан фән докторҙары ла сығырына өмөт бар. Иншалла, шулай булһын.

Урал ҠӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға