«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Июль айына һынамыштар



01.07.2018 Июль айына һынамыштар

Июль айына һынамыштар
- Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.
- Иртән үлән ҡоро булһа – төнөн ямғыр яуыр.
- Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.
- Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, был йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр.
- Июль – йәйҙең иң кәттә айы, тән үә йөрәк майы.
- Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.
- Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы булһа, һоло уңыр.
- Эре ямғыр тиҙ туҡтай.
- Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
- Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була.
- Июль айында ай тотолһа, ашлыҡ шәп уңыр. Көн эҫе торор.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға