06.06.2018 Совет мәлендә ҙур ҡыуаныс килтергән открытка. 1977 йыл
... Тәүҙә эш урынындағы профкомға ғариза яҙаһың. Аҙаҡ йылына ике-өс кешене һайлап алалар. Унан һуң профком, партком һәм директор кем машина алырға лайыҡлы икәнен һайлап ала. "Булды!" тиерһегеҙме - "Юҡ!" тип әйтәсәктәр.
Почта открыткаһын, уға ҡиммәтлерәк марка алып тапшырғас көтөргә лә көтөргә. Йылмы, ике йылмы, ярты йылмы, бер аймы - лотерея.
... Бына почта йәшнигенә һүрәттәге кеүек откртыка килеп төшә. Йәшереп ҡуйылған урындан аҡсаны алып, аҙыраҡ өҫтәп магазинға йүгерәһең.
"Шестерка"! Иң ҡиммәтле, крутой "Жигули!" - төҫө ниндәй, уныһы-быныһы юҡ тигәнен ҡарап тормайһың! Ниндәйенә күрһәтәләр шуны алаһың...
Машина хужаһы аҙаҡтан гараж өсөн, бензин өсөн, запчасть өсөн тиңһеҙ сираттарҙа торасағын аңламай әле...
Ә хәҙер. Аҡсаң ғына булһын! Рәсәйҙекеме, иномаркамы, уңлы-һуллы руллеме, аҡмы-ҡыҙылымы - йәнең теләгән машинаны ал!