«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәйбуллала ил сиге һаҡсыларына һәйкәл асылды



25.05.2018 Хәйбуллала ил сиге һаҡсыларына һәйкәл асылды

Хәйбуллала ил сиге һаҡсыларына һәйкәл асылдыБөгөн Хәйбулла районының үҙәге Аҡъярҙың Еңеү паркында ил сиге һаҡсыларына һәйкәл асылды. Сара тәү сиратта Рәсәйҙә сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналды.
Һәйкәлде эшләтеүгә район хакимиәте аҡса бүлде һәм районда йәшәгән барлыҡ пограничниктар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе.
Районда төрлө йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр һаны өс йөҙҙән ашып китә, уларҙың йәмәғәт ойошмаһы ла һуңғы йылдарҙа әүҙем эшләй. Район үҙәгендә сик һаҡсылары хөрмәтенә һәйкәл асыу ҙа уларҙың башланғысы. Был матур эште район хакимиәте, урындағы ДОСААФ ойошмаһы күтәреп алды.
Ил сиге һаҡсылары Ватаныбыҙҙың данлы йолаларына тоғро ҡала. Байрам тантанаһынан күренеүенсә, улар бөгөн дә алғы һыҙатта.
28 майҙа сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Йәшел фуражкалылар был көндө ҙур байрам итеп уҙғарырға ғәҙәтләнгән. Хәҙер улар өсөн районда үҙ иҫтәлекле урындары – бөтә быуын пограничниктарға ла арналған һәйкәл ансамбле барлыҡҡа килде.
тип хәбәр итте беҙгә Сәлимә Байгилдина-Ғафарова







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға