«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үәт, ҡыҙыҡ! (4.05.2018)



16.05.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (4.05.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.05.2018)
Әбей менән бабай гүр эйәһе булған. Бына улар етәкләшеп, ожмах буйлап атлап бара. Ниндәй рәхәтлек! Тирә-яҡ йәм-йәшел, ҡояш та нурҙарын йәлләмәй, ҡоштар һайрай, ә емеш-еләктең күплеге!!! Яндарынан береһенән-береһе сибәр ҡыҙҙар үтеп китә. Шул саҡ бабай әбейенә йоҙроғо менән ҡундыра!
– Нимә өсөн! Ни ғәйебем бар?!
– Әгәр һәр иртә менән һыуға ғына бешерелгән, тоҙһоҙ бутҡа ашатып диета тоттормаһаң, мин бында инде 20 йыл буйы йәшәгән булыр инем!
* * *
– Дошманды сик һыҙығына тиклем ҡыуып алып барҙыҡ!
– Шунан?
– Шунан тип ни, артабан ҡыуырға беҙҙең сит ил паспорттары булмай сыҡты.
* * *
– Ҡайҙа бараһың?
– Хор түңәрәгенә.
– Унда нимә эшләйһегеҙ?
– Барғас та кәрт уйнайбыҙ, шарап эсәбеҙ.
– Ҡасан йырлайһығыҙ?
– Өйҙәребеҙгә таралышҡас инде…

* * *
– Ҡыҙым! Һуңғы ваҡытта теге грейпфрутың күренмәй. Әллә асыуланыштығыҙмы?
– Өләсәй! Күпме әйтергә була: грейпфрутты ашайҙар, ә ул – бойфренд!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға