«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡоймаҡтан ҡабымлыҡ



22.05.2018 Ҡоймаҡтан ҡабымлыҡ

Ҡоймаҡтан ҡабымлыҡ
4 йомортҡа, 2 ҡалаҡ майонез, 1 ҡалаҡ он, крахмал, тоҙ һалып ҡоймаҡ ҡамыры эшләп, бешерергә.
Эслеккә ҡыҙҙырылған ит иҙмәһе йәки туралған краб таяҡсалары әҙерләргә. Ҡоймаҡ һыуынғас, майонезға турал­ған укроп, ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән һарым­һаҡ, борос һалып әҙерләнгән соусты һыларға. Өҫтөнә эслекте һалып, төрөп, табынға ҡуйырға.
Шулай уҡ сырҙы, һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәреп, укроп ҡушып, майонез менән бутап һалырға ла була. Бына тигән ҡабымлыҡ килеп сыға. Уны бер сәғәткә һыуытҡыс­ҡа ҡуйып торорға, табынға телгеләп би­рергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға