«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 11 май



11.05.2018 11 май

11 май
1944 йылдың 11 майында Оборона дәүләт комитетының Ҡырымдан татарҙарҙы депортациялау тураһында ҡарары сыға.
Күсереү түбәндәге сәбәптәргә нигеҙләнә: 20 мең Ҡырым татарының Ҡыҙыл Армия сафтарынан ҡасыуы, оккупация осоронда “татар комитеттары”ның Ҡырымдан 50 меңләп совет кешеһен Германияға мәжбүри эшкә ебәреүҙе ойоштороуы, ярымутрау­ҙа СССР-ға ҡарата дошмандарса ҡарашлы халыҡтың милли хәүефһеҙлеккә янауы. Был ваҡытта СССР Хөкүмәтенә нацистарҙың Ҡырымдағы бөтә енәйәттәре билдәһеҙ була әле. Гитлерсылар һәм коллаборационистар (дошман менән хеҙмәттәшлек итеүселәр) 80 меңдән ашыу кешене Германияға ебәрә, тағы 70 меңдән ашыуын язалап үлтерә, шул иҫәптә үтә аяуһыҙ ысулдар менән үлтерелгән 15 мең ябай граждан була.
Һатлыҡ йәндәрҙең бер өлөшө алман иленә китә, ә ҡалғандары, 5381 кеше, НКВД тарафынан ҡулға алына. 11 майға тиклем, махсус ҡарар сыҡҡан көнгәсә, чекистар тентеү ваҡытында Ҡырым татарҙарының өйөнән барлығы 5395 винтовка, 337 пулемет, 250 автомат, 31 миномет таба. Депортация башланғас та, ҡыуылып китеүселәрҙән тағы ла 622 пулемет, 724 автомат һәм 9888 винтовка тартып алына.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға