«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дымлама



27.05.2018 Дымлама

Дымлама
Дымлама ҡаҙанда әҙерләнә. Уға төтөн еҫе һеңгәс, йәшелсәһе лә күп булғас, бик тәмле, үҙенсәлекле ризыҡ килеп сыға. 1 кг ит (майлыраҡ булһа яҡшы), 4 уртаса ҙурлыҡтағы кишер, 1 кг кәбеҫтә, 5 – 6 помидор, 2 баш һарымһаҡ, 2 – 3 баклажан, 4 эре һуған, 3 – 4 татлы борос, петрушка, укроп, әнис, тоҙ, ҡара борос алына. Ҡаҙанға көнбағыш майы һалып ҡыҙҙырғас, итте эре киҫәктәргә бүлеп, уның өҫтөнә тоҙ, борос, һуған, һарымһаҡ һалырға. Икенсе ҡатламға түңәрәкләп киҫелгән кишер, һуңынан эре киҫәктәргә бүленгән кәбеҫтә, баклажан, татлы борос һалына, иң өҫкә помидор теҙергә. Һәр бер ҡат һайын тоҙ менән борос, йәшел тәмләткестәр һибергә онотмағыҙ.
Йәшелсәләрҙе ҡатлап теҙгәндә оҙағыраҡ бешкәндәре иң аҫҡы ҡатҡа һалына. Ҡаҙанды ике-өс сәғәт талғын утта быҡтырырға. Әлбиттә, дымламаны газ плитаһында лә бешерергә була, әммә тәбиғәттә усаҡта төтөндә ыҫланып, ул тәмле булып бешә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға