18.04.2018 Стәрлетамаҡта ғәҙәттән тыш хәл!
Уҙа барһа ярты сәғәт элек Стәрлетамаҡтың 1-се мәктәбендә 9-сы класта уҡыусы үҫмер балаларға бысаҡ менән һөжүм иткән. Информатика уҡытыусыһының һәм тағы ла ике уҡыусының яраланыуы тураһында билдәле. Үҫмер үҙе менән алып килгән бензинды һибеп класҡа ут төрткән, аҙаҡ үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан.
Балаларҙың береһе, ҡотолоу юлын эҙләп, тәҙрә аша һикергән. Бысаҡтан яраланған педагогтың исеме лә билдәле, тип яҙа мәғлүмәт агентлыҡтары. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, ул Екатерина Першина.
Стәрлетамаҡтағы ваҡиғаны Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы ла раҫлай. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мғлүмәттәргә ҡарағанда, яраланыусылар урындағы дауаханаға оҙатылған. Уларҙың хәле уртаса, тип баһалана. Шул уҡ ваҡытта, ҡулына бысаҡ алған үҫмерҙең мәктәп коридоры буйлап йүгереп йөрөгәне билдәле. Ә уҡытыусы иһә, уны синыф бүлмәһендә индермәҫ өсөн, ишекте тотоп торған.
Әле Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ваҡиға урынына йүнәлде.