«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт теленән региональ диктант - 2018 Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?



17.04.2018 Башҡорт теленән региональ диктант - 2018 Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?

Башҡорт теленән региональ диктант - 2018 Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
Донъя буйынса үткәрелгән Тоталь диктанттан һуң Башҡорт теленән региональ диктант үткәреү бик матур модаға әйләнде. Быйыл ул дүртенсе мәртәбәгә ойошторола.
Диктант был аҙнаның шәмбеһендә - 21 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да үтәсәк. Быйыл Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" әҫәренән өҙөктө яҙасаҡтар. Тексын М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры художество етәксеһе, РФ атҡаҙанған артисы, БР халыҡ артисы, РФ Дәүләт һәм Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов уҡыясаҡ.
Әлеге ваҡытта сараның төп майҙансығында - Башҡорт дәүләт университетында әҙерлек эштәре башланды. Күнекмәләр уҙа, республиканың ҡала-райондарына, Рәсәй төбәктәренә оҙатыласаҡ видеояҙма әҙерләнә. Ул диктант мәлендә тапшырыласаҡ.

Акция түбәндәге урындарҙа үтәсәк:
- БДУ-ның төп корпусы (З. Вәлиди урамы, 32, 01, 02 аудиториялары);

— БДУ-нын Хоҡуҡ институты (Достоевский урамы, 131);

— Тарих һәм дәүләт идараһы Институты (К. Маркс урамы, 3/4);

— Өфөлә, Башҡортостан ҡалаларында, район үҙәктәрендә, күрше төбәктәрҙә: БДУ филиалдары, юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары, мәктәптәр, китапханалар;

- Бер юлы ошонда: http://regdict.bashedu.ru/ - проект сайтында трансляция үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға