«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар



30.04.2018 Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар
Йортоғоҙҙа янғын сығыу хәүефе бармы? Әйҙәгеҙ, бергәләп тикшереп ҡарайыҡ. Бының өсөн йорт электр селтәрен һәм ҡорамалдарҙы тикшереп сығырға ваҡыт табығыҙ.
Бигерәк тә электр панеле (щит), яланғасланған йәки файҙаланыу ваҡыты сыҡҡан сымдар, насар нығытылған розеткалар һәм иҫкергән ҡорамалдар, электр приборҙары арҡаһында йыш янғын сыға.
Һеҙ йәшәгән торлаҡ иҫке булһа, мотлаҡ белгес саҡыртып тикшертегеҙ. Соланда, келәттә ятҡан иҫке-моҫҡоно ташлағыҙ, донъяғыҙҙы йыйыштырып ҡуйығыҙ. Әгәр ҙә кеше йортон ҡуртымға алып йәшәйһегеҙ икән, быны хужа менән килешеп эшләгеҙ.
Балалар бүлмәһенә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Бында розетканан алынмай торған зарядкалар, яҡтыртҡыстар һәм башҡа приборҙарҙы төнгөлөккә тоҡандырып ҡалдырмағыҙ. Балаға нисек дөрөҫ итеп розетканан һүндерергә өйрәтегеҙ – штепселдән тотоп һурып алырға кәрәк, ә кабелдән тартырға түгел. Үҙ хәүефһеҙлегегеҙҙә экономияламағыҙ. Белгес менән янғынға ҡаршы ҡорамалдар ҡуйыу хаҡында кәңәшләшегеҙ. Әгәр ҙә уны ҡуйырға хәлегеҙҙән килмәһә, электр арҡаһында сыҡҡан янғынға ҡаршы комплекслы һаҡланыу сараларына иғтибар итегеҙ. Улар электр утына бәйле күп ғәҙәттән тыш хәлдән аралап ҡала – ток өҙөклөктәре, артыҡ йылылыҡ һ. б. Хәүеф тыуа ҡалһа, ҡорамал электр утын автоматик рәүештә һүндерәсәк.
Күп энергия талап иткән барлыҡ приборҙы бер юлы эшләтеүҙән тыйылығыҙ. Ватылған прибор­ҙарҙы үҙегеҙ ремонтларға тырышмағыҙ, быны белгес башҡарһын.
Бәләкәй бала булған өйҙәр өсөн ишек, тартма, мейес блокираторҙары бар, блендер, сәйнүк кеүек ваҡ электр приборҙарын бала ҡулы теймәгән ерҙәргә урынлаштырығыҙ. Электр кабелдәрен йәшерегеҙ – бының өсөн төрлө ысул бар. Ремонт яһағанда токсик булмаған, утҡа сыҙамлы материалдарҙы һайлау үҙегеҙ өсөн яҡшы буласаҡ.
Тағы ла түбәндәге ҡағиҙәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
– Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, улар менән уйын рәүешендә янғынға ҡаршы ҡағиҙәләрҙе өйрәнергә.
– Өйҙә янғын һүндергес тотоғоҙ, кәрәкле хеҙмәттәрҙең телефондарын яҙып ҡуйығыҙ.
– Электр приборҙарын инструкцияға ярашлы ҡулланығыҙ.
– Ҡуртымға алып йәшәгән торлаҡта яуаплылыҡты хужаларға тапшырып ҡуйыу дөрөҫ түгел. Яҡындарығыҙҙы һеҙҙән башҡа бер кем дә ҡайғыртмаясаҡ.
– Йорттан сыҡҡанда электр приборҙарын һүндерергә онотмағыҙ.
– Оҙаҡҡа китәһегеҙ икән, электр уты даими кәрәкмәгән барлыҡ көнкүреш техникаһын – телевизор, микротулҡынлы мейес кеүек әйберҙәрҙе лә һүндерегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға