«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Белградта донъялағы иң тәүге космонавт Юрий Гагаринға бик сәйер һәйкәл ҡуйғандар



14.04.2018 Белградта донъялағы иң тәүге космонавт Юрий Гагаринға бик сәйер һәйкәл ҡуйғандар

Белградта донъялағы иң тәүге космонавт Юрий Гагаринға бик сәйер һәйкәл ҡуйғандар
Сербияның баш ҡалаһы Белградта донъялағы иң тәүге космонавт Юрий Гагаринға бик сәйер һәйкәл ҡуйғандар – ерҙән уның тик маңлайы ғына күренә.
Гагариндың бәләкәй бюсы бейек итеп эшләнгән ҙур постаментҡа нығытылған. Һәйкәл янына килгән урта буйлы кеше йыһангирҙың маңлайын һәм шлемын ғына күрә ала.
Белградта йәшәүселәр, Гагаринды йыһандан ғына ҡарап булһын өсөн шулай итеп эшләгәндәр, тип шаярта. Ҡайһы берәүҙәр, бюсты урламаһындар өсөн шундай бейек нигеҙгә ҡуйғандар, ти.
10 апрелдә һәйкәлде үҙгәртеп ҡороу өсөн һүткәндәр. Ҡала хакимиәте етәкселеге: “Тәүге монументты эшләгәндә беҙҙең менән кәңәшләшмәнеләр. Икенсе һәйкәл Белградта Гагариндың кешелек донъяһы өсөн башҡарған оло эшен хәтерләтеп торасаҡ”, – тип белдергән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға