«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Простоквашиноға ҡайтыу” йәнһүрәтен ҡарағыҙ



07.04.2018 “Простоквашиноға ҡайтыу” йәнһүрәтен ҡарағыҙ

“Простоквашиноға ҡайтыу” йәнһүрәтен ҡарағыҙ
“Союзмультфильм” студияһы Федор ағай, бесәй Матроскин һәм эт Шарик мажараларын дауам итә – яңыраҡ “Простоквашиноға ҡайтыу” йәнһүрәте интернетҡа һалынды.
Беренсе серия совет мәлендә төшөрөлгән йәнһүрәттә Матроскин бесәйенә тауыш биргән актер Олег Табаков хөрмәтенә бағышланған. Сюжеты үҙгәртелгән: Федор ағай Прос­токвашино ауылына бара һәм ундағы хужалыҡты билдәһеҙ кимереүсенән һаҡлаша. Малайҙың ата-әсәһе эш менән мәшғүл булғанда, һеңлеһе Вера Павловна үҙ-үҙен почта аша ауылға оҙата. Посылканы почтальон Печкин алып килә, ҡыҙ бала Тама-Тама исемле кимереүсе йәнлекте тотоуҙа ярҙам итә. Бер юлы заманса әйберҙәр – мобиль телефон, скайп элемтәһе, интернет аша посылкалар ебәреү күрһәтелә.
Яҙыусы Эдуард Успенский “Союзмульт­фильм”дың йәнһүрәтте яңынан төшөрөүенә ҡырҡа ризаһыҙлыҡ белдергән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға