«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Калининградта миллиард һумға ремонтланған күперҙең фонарҙарына ябай гөл һауыттары кейҙергәндәр



06.04.2018 Калининградта миллиард һумға ремонтланған күперҙең фонарҙарына ябай гөл һауыттары кейҙергәндәр

Калининградта миллиард һумға ремонтланған күперҙең фонарҙарына ябай гөл һауыттары кейҙергәндәр
Һуңғы көндәрҙә Рәсәй интернеты гөж килә – Калининград ҡалаһының Высокий күпере март айында үҙгәртеп ҡоролдо. Баҡтиһәң, бында мутлашыу осрағы бар: миллиард һумлыҡ ремонттан һуң ҡоролманы яҡтыртҡан фонарҙарҙың нигеҙендә супермаркеттарҙа һатылған арзан пластмасса гөл һауыттары ҡуйылған.
Фотоһүрәттәрҙә күренеүсенсә, ҡара буяуы ҡупҡан фонарь нигеҙе “мин асыҡ көрән төҫлө гөл һауыты инем” тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Шөкөр, ремонтсы ойошма виртуаль донъялағы шау-шыуға иғтибар итте, һәм көршәктәр металл конструкцияларға алмаштырыласаҡ, тип белдерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға