26.03.2018 Илебеҙ оло ҡайғы кисерә
Кисә төштән һуң Кемерово ҡалаһындағы "Зимняя вишня" сауҙа үҙәгендә күп үлемдәргә килтергән янғын сыҡҡан.
Сауҙа үҙәгендә байтаҡ кеше булған. Иң ҡыҙғанысы - араһында балаларҙың күплеге. 40-лап кешенең үлеүе, 70-кә яҡынының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында билдәле.
Контактлы зоопаркта тотолған 200-ҙән ашыу йәнлектең дә үлеүе тураһында хәбәр итәләр.
Фажиғә сәбәптәре байтаҡ. Эвакуация юлдары бикле тороуы, янғын һүндереү системаһы һәм сигнализацияһы эшләмәүе, элекке производство бинаһының сауҙа үҙәге итеп ҡорғанда уның яныусан материалдар менән йөҙлөкләү - ошолар үлемдәргә килтерҙе.