19.03.2018 Башҡортостандағы һайлау һөҙөмтәләре: Владимир Путин тауыштарҙың 77,69%-тын йыйған
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев журналистар менән үткәргән брифинг мәлендә Рәсәй Президентын һайлауға теләүселәрҙең 75,45 проценты килеүен белдерҙе. 2012 йылдағы кампанияла был һан 76,38% тәшкил иткән.
Һайлаусыларҙың тауыштары түбәндәге нисбәттә урынлашты:
С.Н. Бабурин — 0,69%
П.Н. Грудинин — 12,09%
В.В. Жириновский — 5,03%
В.В. Путин — 77,69%
К.А. Собчак — 1,26%
М.А. Сурайкин— 0,89%
Б.Ю. Титов — 0,69%
Г.А. Явлинский — 0,84%.
һайлау көнөндә участкаларҙа 11 993 күҙәтеүсе, 104 миң мәғлүмәт сараһынан 250 журналист булған.
РФ Президентын һайлау кампанияһы башынан 80 мөрәжәғәт ҡабул ителгән, уларҙың 16-һы 18 мартҡа тура килгән. Алдан билдәле булыуынса, был мөрәжәғәттәрҙә һайлау ҡануниәтен боҙоу теркәлмәгән.