«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 16 март - "Эмка"ның тыуған көнө!



16.03.2018 16 март - "Эмка"ның тыуған көнө!

16 март - "Эмка"ның тыуған көнө!
1936 йылдың 16 мартында Горький автомобиль заводынан беренсе совет еңел машинаһы – “Газ-М – 1” сыға. Халыҡ уны бик көтөп ала, аҙаҡтан, яратып, “Эмка” тип йөрөтә.
“Эмка” НКВД-ның “ҡара ҡоҙғоно” ла була, барлыҡ “ҡыҙыл директорҙар”ҙың шәхси автомобиленә лә әйләнә. Машинаны Стаханов һәм уның артынан барыусылар бүләк рәүешендә ала. 30 – 40-сы йылдарҙа совет автосәнәғәте тип һөйләһәләр, мотлаҡ “Эмка”ны телгә алалар.
1937 йылда автомобиль Парижда үткән Бөтә донъя сәнәғәт күргәҙмәһенә ҡуйыла һәм СССР-ҙы лайыҡлы күрһәтә. Етештереү 1941 йылда туҡтатыла, әммә запас деталдәренән йыйыу 1943 йылғаса дауам итә. Һуғыш башланғанда Ҡыҙыл Армияла бындай машина 10 меңдән ашыу булған. Унда башлыса командир­ҙар йөрөгән. Ә дөйөм алғанда, 62 888 “Эмка” сығарылған. Аҙаҡ, ошо машина нигеҙендә “Победа”ның конструкцияһы ҡоролған.
Булған икән беҙҙә лә данлыҡлы машиналар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға