«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҙ башына ҡарата һынамыштар



01.03.2018 Яҙ башына ҡарата һынамыштар

Яҙ башына ҡарата һынамыштар
Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта көн менән төн тиңләшә.
Марттың шартын апрель сығарыр.
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
Март береһендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ.
Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер.
Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр;
Көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.
Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға