14.02.2018 Мөхәббәт ул — мәңгелек сер
Мөхәббәт ул — ул илаһи көс,
Батша башын эйҙерер ул.
Бер йолҡошто хан итер ҙә
Яндырыр ҙа, көйҙөрөр ул.
— Һөйәһеңме? — тип һорама,
Ҡара минең күҙҙәремә.
Ҡарашыма яҙылған бит,
Бөтә әйтер һүҙҙәрем дә.
Яндарыңа саҡыр мине,
Мин осормон диңгеҙ аша.
Көслө һөйөү ялҡынынан,
Хатта тулҡын үҙе ҡаса.
Йыһанда ла мин аҙашмам —
Мине көткән һөйгәнем бар.
Һине тик бер күреү өсөн,
Мең ҡат туңып-көйгәнем бар.
Арабыҙҙан ел үтмәһен,
Саф һөйөүгә төшмәһен кер.
Тик икебеҙ генә белгән
Мөхәббәт ул — мәңгелек сер...
Биктимерова Фәнүзә.