«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем...”



14.02.2018 “Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем...”

“Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем...”
Үлеп яратаһыңмы? Мөхәббәтеңде аңлата алмайһыңмы? Нисек һөйөүеңде белдереү тураһында баш ватаһыңмы? Нимә бүләк итергә белмәйһеңме? Улайһа, был яҙма нәҡ һинең өсөн!

- Магазин кәштәләре Яңы йыл тауарҙарынан һуң Ғашиҡтар көнөнә сувенирҙар менән тулды. Нимә генә юҡ – уларҙың күп төрлөлөгөнән күҙ ҡамаша.
- Иң романтик бүләк, әлбиттә, балдаҡ. Ул йылы хистәрҙе генә белдермәй, ә киләсәктә бергә булырға теләүгә ишара яһай. Һөйгәнеңдең зауығын яҡшы белгәндә, хушбуй һайларға мөмкин. Ҙур йомшаҡ уйынсыҡ йәки йөрәк формаһындағы мендәр барыһына ла тап килә.
- Бер-береһен күптән белгән парҙар, хәстәрлек күрһәтеп, кейем бүләк итә ала. Ирҙәр өсөн универсаль бүләктәр – шарф, галстук һәм ҡайыш.
- Һуңғы йылдарҙа эмоциональ бүләктәр киң танылыу яулай: массаж сеансы, һауа шарында осоу, лимузинда, атта йөрөү һәм башҡалар. Психологтар әйтеүенсә, бындай бүләктәр иң яҡшыһы. Әйбер ҡасан булһа ла ҡиммәтен юғалтасаҡ, ә яҡты хәтирәләр мәңгелеккә күңелдә һаҡланып ҡаласаҡ. Ә бына ҡул сәғәте, фото өсөн рамка, ойоҡбаш кеүек бүләктәр белгестәр тарафынан хупланмай икән. Улар етерлек кимәлдә матур хис-тойғоларҙы уята алмай, күрәһең.
- Байрам көнө мотлаҡ һауа фонарен осороғоҙ, табынығыҙға бәләкәй шәмдәр серлелек өҫтәр. Ғөмүмән, яратҡан кеше өсөн иң ҙур бүләк – һөйгәнеңдең бәхетле ихлас йылмайыуы һәм иғтибары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға