12.02.2018 Арбаңды ҡыш әҙерлә…
Йәмәғәт, беҙҙең менән бергә булыуығыҙға рәхмәт! Киләсәктә лә оҙаҡ йылдар дуҫлыҡ дауам итһен, тип теләйбеҙ һәм һеҙгә кәрәкле яңы мәғлүмәт еткерәбеҙ.
“Рәсәй почтаһы”, матбуғат һөйөүселәрҙе хәстәрләп, 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына алдан яҙылыу мөмкинлеге бирә – 1 февралдән 31 мартҡа тиклем үҙегеҙ теләгән баҫмаларға иҫке хаҡтар буйынса яҙылып ҡуя алаһығыҙ. Дуҫтар, финанс үҙгәрештәре һеҙҙе бер ҡасан да өркөтмәһен!
“Йәшлек”кә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы – 790 һум 20 тин (тәүге ярты йыллыҡтыҡы кеүек үк).
“Йәншишмә” гәзитенә лә яҙылып, балаларығыҙҙы ҡыуандырығыҙ. Алты айға яҙылыу хаҡы – 463 һум 74 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!