«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт » Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!



29.01.2018 Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!

– Тор, ҡыҙым, тор, дәрестәреңә һуңлап ҡуйма, – тип атайым йомшаҡ ҡына тауышы менән мине иртәнге йоҡонан уятты.
Уның шулай иркәләп өндәшеп уятыуын бик яратам. Моңло бер йыр кеүек бит ул башҡорт теле.
Атайым – башҡорт, ә әсәйем татар милләтенән. Шуға ла мин башҡортса ла, татарса ла, мәктәптә дуҫтарым менән русса ла иркен аралашам. Сит ил теле дәрестәрендә инглизсә һөйләшәбеҙ. Шулай итеп төрлө телдәр белеү, һөйләшеү, уҡый-яҙа белеү, минеңсә, үҙе ҙур бәхет. Ундай кешегә төрлө белемгә юл асыҡ.
Атайым миңә һәр саҡ тик башҡортса өндәшә. Ауылға өләсәйемдәргә барғанда туған телемде шымартам. «Тел – ул кешегә Хоҙай тарафынан бирелгән гүзәл бер байлыҡ, – ти өләсәйем. – Кеше тыуғанда уҡ үҙенең туған теле менән тыуа. Ул тәндең бер ағзаһы кеүек. Уны белмәһәң, өйрәнмәһәң, ҡырҡып ташланың, тигән кеүек. Нисек инде һин тәнеңдең бер ағзаһын киҫеп ташлайһың инде?!» Мин уның тормош хикмәттәрен йотлоғоп тыңлайым.
Туған телде белмәй тороп, бүтән телде өйрәнеп тә булмай. Беҙҙең ғаиләлә бөтәбеҙ ҙә шул телдә аралашабыҙ. Атайым да телен ярата, мин дә уға оҡшағанмын. Телем миңә башҡа телдәргә асҡыс кеүек, ул ҡырҡлап төрки халыҡ менән аралашыу мөмкинлеге бирә, әҙәбиәтен, тарихын өйрәнеүгә юл аса. Тышҡы рәүешем кейгән кейемем булһа, эске халәтемдең «кейеме» – туған телем, йәғни башҡорт теле.
Телем, ерем, илем – минең өсөн бик изге төшөнсәләр. Улар халыҡты бергә туплай. Үҙ илемдә генә мин туған телемдә рәхәтләнеп һөйләшә алам, үҙ халҡымдың бәләкәй генә бер өлөшсәһе булып, ғорур йәшәйем.
Көн дә иртән мин шатланып белем алырға мәктәпкә йөрөйөм. Уҡытыусыларымды, клас­таштарымды һағынып киләм. Гүзәл ҡалам – Өфөм менән һоҡланып атлайым. Урам исемдәренең, ойошмаларҙың атамаларының башҡортса ла, русса ла яҙылыуы оҡшай. Мәктәбем СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков урамында урынлашҡан. Ана, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилев урамы. Артабан – Ғабдулла Амантай урамы. Халҡым үҙенең данлыҡлы улдарын һәм ҡыҙҙарын онотмай – күңелемдә сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары уяна.
Тик күңел ҡырылып ҡуйған саҡтар ҙа була. Сөнки руссанан башҡортсаға тәржемәләрҙә хаталар киткән осраҡтар бар. Бына, мәҫәлән, «Улица С. Кувыкина»ны «С. Кувы­кина урамы» тип яҙып ҡуйғандар. Степан Кувыкин ир кеше исеме бит ул, нишләп Кувыкинаға әйләндерҙеләр икән? Тағы бара бирһәң, «Шатлык. Люкс» тигән яҙыуҙы күреп ғәжәпләнәһең. Ниндәй матур шатлыҡ һүҙен боҙоп, хаталы яҙып ҡуйғандар бит!
Башҡорт телен белгән һайын күберәк белге килә. Ә быйыл ни эшләптер уны аҙнаһына ике сәғәт урынына тик бер сәғәт кенә өйрәнәбеҙ. Минеңсә, бер генә сәғәт етмәй, барыһына ла өлгөрөп булмай. Башҡорт теле китаптарын яҙыусы ғалимдар, ана, ғүмер буйы эҙләнә, эшләй. Ә мәктәптә республикаға исем биргән халыҡтың телен өйрәнеүгә ни бары бер сәғәт бүленгән. Уныһын да ата-әсәләрҙән йыйылған ризалыҡ ғаризалары менән генә уҡырға була. Башҡорт теле шулай уҡ юҡҡа сығып ҡуйырмы икән? Ҡайһы бер әхирәттәрем һөйләүенсә, ниндәй­ҙер класс уҡыусыларына телебеҙ быйыл бөтөнләй уҡытылмай икән. Уларҙың ата-әсәләре, башҡорт телен кәрәкмәгән предметҡа һанап, БДИ-ға әҙерләнергә ар­тыҡ дәрес кәрәк, тип, ғариза яҙып, баш тартҡандар.
Туған тел тураһындағы һорауҙарымдың осо-ҡырыйы юҡ. Кем улар­ға асыҡлыҡ индерер? Меңәр йыллыҡ тарихы булған телебеҙгә бөтөү ҡурҡынысы янай. Был афәт була ҡалһа, кем милли баҫмаларыбыҙҙы уҡыр, башҡорт йырҙарын йырлар? Яратҡан яҙыусыларыбыҙ Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен дә уҡымағас, ниндәй кешеләр булырбыҙ? Мостай Кәрим, Рауил Бикбаевтың шиғырҙарын ятламағас, мәктәптәрҙә шиғыр бәйгеләре лә үтмәҫме икән ни?!
Туған телебеҙ йәшәһен, үҫһен! Ағайҙар, апайҙар, дәрестәр һанын ҡыҫҡартмағыҙ, зинһар! Телебеҙ булһа, илебеҙ ҙә йәшәр. Мәшһүр Рәмиебеҙ әйтеүенсә, «Теле юҡтың – иле юҡ!». Минең дә илһеҙ, телһеҙ, көйһөҙ, моңһоҙ, нурһыҙ йәшәгем килмәй.
Лиана ЗАКИРОВА,
9 «Д» класс уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
18-се мәктәп.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға