«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Голубцы



01.02.2018 Голубцы

Голубцы
300 – 400 г бәшмәк, 1 баш һуған, кишер, кәбеҫтә, 1 – 2 татлы борос, 80 – 100 г ҡарабой­ҙай ярмаһы, 5 – 6 картуф, 75 – 100 мл томат һуты йәки 2 – 3 помидор, борос, йәшел тәмләткестәр, үҫемлек майы.
Бәшмәкте 40 минут тоҙло һыуҙа бешерергә. Туралған һуған, кишер, татлы борос, укроп һәм петрушка һалып, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Тоҙ, борос һибергә. Һыуынғас, кистән һыуҙа ебетелгән ҡарабойҙай ярмаһын өҫтәргә. Эслекте кәбеҫтә япраҡтарына төрөргә.
Кәстрүл төбөнә түңәрәкләп туралған кишер, картуф теҙергә. Голубцыларҙы һалып, томат һуты ҡойорға йәки помидор телемдәре теҙергә. Ҡайнар һурпа йәки һыу өҫтәп, лавр япрағы һалырға. 20 – 25 минутта бешә.
Табынға ҡаймаҡ һәм йәшел тәмләткестәр менән бирелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға