«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА



26.01.2018 Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА

Азалия МЫРҘАҒӘЛИНАИшембай районының йәмле Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан Биксән ауылында тыуып үҫкәнмен.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультетын тамамлағандан һуң, әле Ямал-Ненец автономиялы округының Губкинский ҡалаһында йәшәйем. Һөнәрем – балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Эшем яуаплы, бар күңелемде һалып башҡарам. Буш ваҡытымда китап уҡырға яратам. Тыуған еремә булған һағыныу хистәрен әҙәби әҫәрҙәр уҡыу менән баҫам.
Хыялым – донъя гиҙеп, илдәр күреп сәйәхәт итеү, тормоштоң ҡәҙерен белеп, йәмен күреп, бәхетле, парлы йәшәү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға