24.01.2018 Ил башлығы - Өфөлә
Бөгөн Владимир Путин Башҡортостанға килә. Дәүләт башлығы «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә буласаҡ. Унда оборона-сәнәғәт комплексы ойошмаларының гражданлыҡ тәғәйенләнешендәге юғары технологик продукция етештереү диверсификацияһы мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарасаҡ.
Сәфәр барышында Владимир Путин шулай уҡ Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашасаҡ.