«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эремсекле бәлеш



24.01.2018 Эремсекле бәлеш

Эремсекле бәлешЭремсекле бәлеш
2 стакан он, 1 стакан шәкәр, 200 г маргарин, 3 йомортҡа, 0,5 кг эремсек, бер семтем сода, ванилин кәрәк.
Ике стакан онға ярты ҡап маргарин, ярты стакан шәкәр, сода, ванилин һалып ыуырға. Ыуалып, таралып торған онло- ҡамырлы масса барлыҡҡа киләсәк. Айырым һауытта эремсеккә ярты стакан шәкәр, өс йомортҡа һалып болғатырға. Ҡамырҙың яртыһын майлы табаға һалғас, өҫтөнә эремсекле массаны ҡойорға һәм уның өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы һибеп сығырға. Алдан ҡыҙҙырылған мейестә бәлеш 30 минутта әҙер була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға