18.01.2018 Данлыҡлы Тула перәниктәрен кем генә тәмләп ҡарамаған икән?
Тула самауырҙары менән был татлы ризыҡ әле лә өлкәнең төп бренды иҫәпләнә. Тула сувенир продукттарын етештереү буйынса кондитер фабрикаһы хәҙер башҡорт балы менән дә үҙҙәренең тәмлекәстәрен етештерә башлаясаҡ. Ике брендты берләштереү Рәсәй баҙарына күпләп яңы сифатлы тауар сығарырға мөмкинлек бирәсәк, тигән фекерҙә кондитер фабрикаһы етәкселеге. Ризыҡта балдың составы 6 процент тәшкил итә. Әле улар Башҡортостандан күмәртәләп алырға бал етештереүселәрҙе эҙләй.
Тула кондитер фабрикаһының аҙнаһына 3 тонна перәник етештереү мөмкинлеге бар. Татлы ризыҡ ҡулдан , төрлө формаларҙа эшләнә. Башҡорт балын етештереп эшләнгән сувенирҙың дизайны әле эшләнелеү өҫтөндә.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Башҡортостанда был тауар үтемле булыр микән? Башҡорт балынан эшләнгән Тула перәниктәрен сит илдәрҙә, сит өлкәләрҙә йәшәүсе таныштарығыҙға күстәнәскә алып барыр инегеҙме?