«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ул бит берҙән-бер ине...



17.01.2018 Ул бит берҙән-бер ине...

Ул бит берҙән-бер ине...19 ғинуарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында талантлы актер, драматург һәм педагог Илшат ЙОМАҒОЛОВтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтәсәк.

Унда Башҡорт дәүләт академия драма театры, Салауат һәм Стәрлетамаҡ драма театрҙары артис­тары ҡатнашасаҡ, драма әҫәрҙәренән өҙөктәр уйналасаҡ һәм “Башватҡыс” фильмы күрһәтеләсәк (“Башҡортостан” киностудияһы, режиссеры – А. Йомағолов).
Мөһабәт кәүҙәле, асыҡ сырайлы, тура һүҙле – ошондай булып замандаштары хәтерендә һаҡлана был шәхес. Ул уйнаған ролдәр видеояҙмаларҙа ғына түгел, халыҡ хәтеренә лә уйылып ҡалған. Илшат Йома­ғоловтың билдәле ролдәре араһында Макбет, Прометей, Никита, Протасов, Треплев кеүек классик образдар ҙа, Закир («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури), Аҡъегет («Ай тотолған төндә», М. Кәрим) һәм башҡа ғашиҡ геройҙар ҙа бар. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең “Семәрле тәхет” трагедияһы, “Юғалтыуҙар аша”, “Торналар ҡайта”, “Буш сәңгелдәк” драмалары киң билдәле. Ә уның “Нәркәс”е классик әҫәр­ҙәр иҫәбенә инде, 1968 йылдан бирле сәхнәнән төшмәй ҡуйыла. Тағы ла Илшат Хәлил улы байтаҡ артист өсөн яратҡан педагог. Ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында уҡытты.
Стәрлетамаҡ дәүләт драма театрын ойоштороуға күп көс һалған, драматург, актер, уҡытыусы булараҡ башҡорт театр сәнғәтенә бөтә ғүмерен арнаған Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһендә ҡатнашып, уға булған хөрмәтебеҙҙе, һөйөүебеҙҙе тағы ла бер иҫбатлайыҡ.

Г. ВӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға