«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәҙрәнән төпсөк ташлаһаң - штраф



09.01.2018 Тәҙрәнән төпсөк ташлаһаң - штраф

Тәҙрәнән төпсөк ташлаһаң - штраф
Рәсәй кешеләренә автомобиль һәм тимер ют транспортынан тәмәке төпсөктәрен ташлау тыйылды. Был ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған.
Хәҙер автомобиль һәм тимер юлы буйҙарында, һаҡлау зоналарында, транспорт хәрәкәт иткәндә ҡайнар шлак, күмер һәм көл түгергә, янған төпсөк, шырпы ташларға ярамай. Ялан эштәре мәлендә тракторсы һәм комбайнсыларға махсус урындарҙа ғына тәмәке тартырға рөхсәт ителәсәк. Юл буйҙарында йәшәүселәргә үлән, сүп-сар яндырырға, усаҡ яғырға тыйыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға