«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт » Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!



19.12.2017 Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!

Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!“Йәшлек” гәзите Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына ижади конкурсты асыҡ тип иғлан итә!

Рәсәй Журналистар союзының “Бөтә Рәсәй – 2015” XIX матбуғат фестивале лауреаты, Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына ижади конкурс дүртенсегә үткәрелә. Мәктәп, урта һөнәри белем биреү йорттары уҡыусыларын дәртләндереүгә, ижади үҫешенә булышлыҡ иткән был акция, шулай итеп, “Йәшлек”тең йыл да ҡабатланған бик матур йолаһына әйләнде.
Конкурс йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, шәхесте төрлө яҡлап үҫтереү, ижади йәштәрҙе асыҡлау һәм донъяға танытыу мөмкинлеге биргән платформа булып тора. 10 – 11-се класс уҡыусылары, лицей, колледж студенттарының илһөйәр, телһөйәр рухлы, туған халҡының, йәштәрҙең киләсәген күҙаллаусы, уларҙың проблемаларын күтәреп, киләсәккә бурыстар билдәләүсе патриотик мәҡәләләре «Йәшлек» гәзитендә баҫылып сыға.
2015 йылдан алып конкурста йөҙәрләгән уҡыу­сы, колледж-училище студенты ҡатнашты. Улар йәштәрҙең, замандың мөһим проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын күрһәткән мәҡәләләр, шиғырҙар тәҡдим итте. Конкурсанттар гәзит уҡыусыларҙы, баһалама ағзаларын ҡыҙыҡлы фекерҙәре, яңы идеялары менән таң ҡалдырҙы. Уларҙа Булат Солтангәрәевтың изге эштәрен һәм идеяларын дауам итеү теләге сағыла.
Быйылғы бәйгенең шарттары ла шул уҡ ҡала. Уҡыусыларҙың эштәре 2018 йылдың Һуңғы ҡыңғырау байрамына тиклем ҡабул ителәсәк, лауреаттар ҙа шул мәлдә асыҡланасаҡ. Беренсе урын яулаусыға – 10 мең, ике икенсе урынға – бишәр мең, өс өсөнсө урынға өсәр мең һум күләмендә премия тапшырыласаҡ.

Дәғүәселәр ижад емештәрен “Бәйләнештә” селтәрендәге “Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы”, гәзитебеҙҙең ”Йәшлек” гәзите – газета “Йэшлек” төркөмдәренә, проектты алып барыусы Айбулат Ишназаровҡа ебәрә ала. Конкурста ҡатнашыусы һәр егет-ҡыҙға иҫтәлекле бүләк һәм Шөһрәтнамә тапшырыласаҡ. Әйткәндәй, бәйге номинанттары һәм лауреаттарының Шөһрәтнамәләре мәктәптән һуң профилле юғары уҡыу йорттарына ингәндә шаҡтай ярҙам итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына мөрәжәғәт итәбеҙ: һеҙ әҙерләгән уҡыусыларҙың һөҙөмтәләре аттестация үткәндә файҙа килтерәсәк.
Эштәрҙе ебәргәндә үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү талап ителә. Унда адресығыҙҙы, телефонығыҙҙы, уҡыуҙа һәм йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуығыҙ тураһында яҙырға онотмағыҙ. “Бәйләнештә”ге сәхифәләрегеҙ асыҡ, хәбәр яҙыу мөмкинлеге лә булһын (асыҡ “личка”).

Булат Солтангәрәев милләтебеҙҙең аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, илһөйәр рухлы егете ине. Үҙенә бүленгән 17 йыл ғүмере эсендә йәштәргә эталон булырлыҡ үҫешеп, уҡыуҙа, сәнғәттә, спортта маһирлыҡ күрһәтә, геосәйәсәт, хоҡуҡ менән ҡыҙыҡһына һәм күп яҡлы шәхес булып формалаша. Башҡортоста­ныбыҙҙың киләсәген уйланы, һәр яҡтан файҙалы булырға тырышты. Төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашты, олимпиадаларҙа еңелеү белмәне.
Үкенескә күрә, бынан алты йыл элек көтөлмәгән фажиғә 17 йәшлек Булаттың ғүмерен өҙҙө. Тулыраҡ мәғлүмәт башҡорт Википедияһында “Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс“ мәҡәләһендә күрһәтелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға