«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баймаҡ инәйҙәре “Йәшлек”кә яҙылып, бүләк ота



20.12.2017 Баймаҡ инәйҙәре “Йәшлек”кә яҙылып, бүләк ота

Баймаҡ инәйҙәре “Йәшлек”кә яҙылып, бүләк отаБаймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Әминә Сәлимгәрәй ҡыҙы Байегетова менән Казанка ауылынан Клара Абрар ҡыҙы Сөләймәнова – “Йәшлек”тең тоғро дуҫтары. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, гәзиткә йыл һайын яҙылып, бер һанын ҡалдырмай уҡып баралар. “Йәштәр баҫмаһын “Ленинсы” сағынан уҡ алдырам. Яҙылмай ҡалғаным юҡ. Бик яратып уҡыйым”, – ти 80-де уҙған Әминә инәй. Әйткәндәй, гәзитебеҙҙең бүләгенә лә тәүге тапҡыр ғына лайыҡ булмай ул. Бер нисә йыл элек уҡыусыларыбыҙ араһында ойошторолған конкурста “Йәшлек” логотибы төшөрөлгән футболка тап уның өлөшөнә тейгән.
С. АМАНТАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға