«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡаҡланған ҡаҙ



12.12.2017 Ҡаҡланған ҡаҙ

Ҡаҡланған ҡаҙХәҙер һәр өйҙә туңдырғыстар булғас ҡаҙ ҡаҡлау онотолған. Ә элек, бала саҡта ҡаҙ ите ашау оло байрам була торғайны. Әскелтем генә, хуш еҫле ҡош итенең тәме һаман да тел осомда тора кеүек. Быйыл ауылдан күстәнәскә ҡаҙ "осоп" килеү менән ҡала шарттарында булһа ла уны ҡаҡлап ҡарарға булдым. Интернет селтәренән рецеп эҙләп тапҡайным, һеҙҙең менән дә бүлешәм әле. Яп-ябай, әммә оҙаҡ ҡына көтөргә кәрәк.
Әҙер ҡаҙҙы тағы ла бер таҙа итеп йыуып киптереп алабыҙ. Уны эсле-тышлы тоҙ менән ныҡлап ыуырға ла, сөм һауытҡа һалып тулыһынса тоҙ менән күмергә (яҡынса 1-1,5 кг тоҙ кәрәк). Бер ай самаһы ултырғас уны тоҙонан таҙарттым. Йыуырға ярамай, ҡоро сепрәк менән генә һөртөргә.
Тоҙҙан алғас ҡаҙҙы тағы ла берәр ай еләҫ урынға (болконға) элеп торорға кәрәк. Артыҡ майы ла ағып бөтәсәк.
Ауыл ерендә кемдең мөмкинлеге бар муйыл ағасын яғып ыҫлап та алырға була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға