05.12.2017 Өйҙән сыҡмай ғына "Йәшлек"кә яҙылығыҙ!
1-10 декабрҙа подписка декадаһы мәлендә гәзитебеҙгә элекке хаҡынан 10 процентҡа ташлама - 790 һум 20 тин урынына 696 һум 30 тингә яҙылырға мөмкин.
Шулай ҙа был мөмкинлек менән файҙаланырға теләүселәр аҙ тиерлек. Кемдер почтаға бара алмай, ундағы сиратта ваҡыт үткәрергә теләмәй. Ҡайһы бер урындарҙа почта бүлексәләре беҙгә ҡаршы эшләүе, атап әйткәндә льготалы гәзиткә яҙылыуҙы ҡабул итмәүе, бының турала беренсегә ишетеүҙәре тураһында ла мәғлүм булды.
Ошо проблеманы күҙ уңында тотоп, "Йәшлек"тәр кешеләрҙе 2018 йылдың тәүге ярты йылы өсөн гәзиткә үҙҙәре яҙҙырырға булды.
Бының өсөн:
- айырым картаға 696 һум 30 тин аҡса күсерергә ("Сбербанк" картаһы - 67628006 9001572935, ҡабул итеүсе - "Айбулат Салаватович И.", СМС-хәбәр итеп ФИО, адрес та яҙырға мөмкин),
- бының турала дежур телефонға - 8-962-537-04-95 шылтыратып, адрес, исем-шәрифте хәбәр итергә,
- беҙ Өфөнөң Матбуғат йортондағы 79-сы почта бүлексәһендә һеҙҙең адресҡа үҙебеҙ яҙҙырабыҙ,
- аҙаҡтан гәзиткә яҙылыу квитанцияһын почта аша хат/электрон хәлдә күсермәһен ебәрәбеҙ. Йәки үҙ ҡулығыҙға/туғандарығыҙға бирә лә алабыҙ.
Шулай итеп, өйҙән сыҡмайынса, почта бүлексәһендә этеш-төртөшһөҙ генә "Йәшлек" гәзитенә яҙылырға мөмкин. Ата-әсәйгә, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға ла ошолайтып бүләк яһарға мөмкин.
Акция бөгөндән алып, йомаға, 8 декабргәсә барасаҡ (Ә почта бүлексәләре 10 декабргәсә ҡабул итә)