05.12.2017 «Йәшлек» һеҙҙе йәшәртһен!
«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнала сәй бешерә торған сәйнүк Йылайыр районының Йылайыр ауылынан Я. АҘНАҒОЛОВҠА сыҡһа, Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан Нәғимә СӘЙӘХОВА плед отто.
Нәғимә инәй, 93 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, «Йәшлек»тән айырылмай икән. Йәштәр көнләшһен, гәзитте күҙлекһеҙ уҡый, ейән- ейәнсәрҙәренә ойоҡ-бейәләй бәйләп кейҙерә, ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәкте үҙе бешерә. Һис кенә лә тик ултырырға яратмай, һәр саҡ хәрәкәттә. 87 йәшенә тиклем һыйыр һауған. Ошо шәплеген ташламаһын инәй! «Йәшлек» менән, ҡартлыҡты артҡа сигендереп, күңелеңде йәшәртеп йәшә. Беҙҙең бүләк яратҡан баҫмаңды хәтерләтеп торһон!
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен тиҙерәк ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ.