22.11.2017 Ҡашҡаҙанда - өйрәктәр
Баш ҡаланың «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында ҡыҙыҡлы урындар бихисап. Ҡыш етеп килеүгә ҡарамаҫтан, әлеге ваҡытта ундағы күлдә йөҙләгән ҡыр өйрәген күрергә мөмкин. Ҡоштарға бер кем дә битараф түгел – берәүҙәр уларҙы ашатырға, икенселәр фотоға төшөрөргә тырыша. Ҡыр өйрәктәре менән һоҡланыусылар араһында тотош ғаиләләр ҙә бар.
«Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркының директоры Евгений Дубницкий белдереүенсә, күлгә ҡыр өйрәктәре һәр йыл килә. Уларҙың ҡайһы берҙәре ҡышын да бында ҡала.
Ҡыр өйрәктәре ҡышҡы һыуыҡтарҙа туңып ҡуйыр, тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Билдәле булыуынса, көҙ айҙарында ҡоштарҙың күпселеге йылы яҡтарға өшөүҙән ҡасып түгел, ә аҙыҡ эҙләп оса. Шуға ла ҡала эсендәге йәки янындағы һыу ятҡылыҡтарында йәшәүсе ҡоштар ҡышын да Өфөлә ҡалыуҙан ҡурҡмай, сөнки кешеләрҙең уларҙы ашатасаҡтарына ышана.