«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшлек дуҫтарым, һеҙ ҡайҙа?



31.08.2010 Йәшлек дуҫтарым, һеҙ ҡайҙа?

Йәшлек дуҫтарым, һеҙ ҡайҙа?
Мин, Мырҙагилдин Фәрит Закир улы, йәшлек дуҫтарым, армияла бергә хеҙмәт иткән хеҙмәттәштәремдең тормошо, яҙмышы менән ҡыҙыҡһынам.
Беҙ, Башҡортостан егеттәре, 1956 – 1959, 1960 йылдарҙа Төркмәнстандың Мары, Кушка ҡалаларында 73842-се хәрби часта хеҙмәт иттек, бик татыу, ярҙамсыл, намыҫлы булдыҡ. Ошо фотоһүрәттә булған иптәштәр үҙҙәрен танып, хәбәр ебәрһен йәки телефондан шылтыратһын ине. Мин уларҙы әле лә һағынып иҫкә алам. Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер теләйем.
Минең адрес: 453564, Белорет районы, Ғәбдөк ауылы. Телефон: 8-(347-92)-7-80-31. Мырҙагилдин Фәриткә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға