«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бейеүсе һылыуҡай



14.11.2017 Бейеүсе һылыуҡай

Бейеүсе һылыуҡай
Матур, алсаҡ, ихлас, бар яҡлап та һәләтле кешеләргә гел һоҡланып ҡарайым. Әхирәтем Айзилә Әхмәтшина ла тап шундайҙар­ҙың береһе. Тамырҙары менән хозур тәбиғәтле Бөрйәнгә барып тоташҡан ҡыҙ бәләкәй саҡтан бейеү сәнғәтенә ғашиҡ. Бигерәк тә халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡара. Был шөғөлө Айзиләне С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хореография бүлегенә килтерә.
“Бейеү – минең өсөн күңел талабы. Бейеп алһам, күңелем күтәрелә, дәртем арта. Бейеү тормошта ла һәр ваҡыт ярҙам итә. Киләсәктә халҡыбыҙҙың аҫыл бейеүҙәрен балаларға өйрәтергә, милләтемдең бейеү сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем”, – ти ул. Айзилә үҙенең бейеүҙәре менән уҡыу йортоноң һәр сараһын биҙәй. “Һылыуҡай – 2017” республика гүзәллек бәйгеһенең финалына үтеп, “Бейеүсе һы­лыу­ҡай” исемен яуланы. Әхи­рәтем тәбиғәт күренештәрен фотоға төшөрөргә, тәмлекәстәр бешерергә һәм бәйләргә ярата. һеңлеләренә өлгөлө апай, ата-әсәһе, туғандарының ғорурлығы ла ул. Һәр ваҡыт маҡсат-хыялдар менән янып йәшәй. Яулайһы үрҙәре, еңеүҙәре алда әле уның. Илһам, ижад ҡанаттары ныҡ булһын!

Нурзилә УСМАНОВА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға