«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йылдың сағыу тамашаһына рәхим итегеҙ!



13.11.2017 Йылдың сағыу тамашаһына рәхим итегеҙ!

Йылдың сағыу тамашаһына рәхим итегеҙ! “Йондоҙҙар күп, бик күп, һанаһаң, үкенмәҫһең, килеп ҡараһаң”, – ти “ЮлдашХит” концертын алып барыусы егеттәр.
“Юлдаш” радиоһы 15 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында иң сағыу “йондоҙҙар”ҙы бер сәхнәлә балҡытасаҡ. Йылдағыса, та­маша моңло йырҙар менән генә түгел, күңелле шоу-уйындар, бүләктәр менән һөйөндөрмәксе. “Юлдаш”тың популяр алып барыусы егеттәре Филүс Ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов яҡшы кәйеф бүләк итергә күптән әҙер. “ЮлдашХит” еңеүсеһе булыу йырсылар ижадына ла оло баһа. Сөнки сәнғәт кешеһенә тамашасы һөйөүен яулау – үҙе бәхет. Радионың художество советы ултырышы аша үткән профессиональ йырсыларҙың яңы йырҙары ай һайын хит-парадта ҡатнашып килде. Ижади бәйге һәр айҙа ла көсөргәнешле барҙы. Моңло йырҙар радио тыңлаусылар менән берлектә йыл дауамында тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайлап алынды.
Йыр һөймәгән, көй даръя­һында йөҙмәгән, моң донъя­һына әүрәмәгән кеше юҡ­тыр. Йыр-моң әҙәм балаһын йәшәтә лә, йәшәртә лә. Тама­шала һәр кем үҙ зауығына тура килгән көйҙәрҙе тыңлай ала һәм ҡушылып йырларға ла мөмкинлек була. Заман ритмындағы популяр йырҙар менән бер рәттән, мәңгелек хиттар ҙа яңғыраясаҡ. Улар күптәрҙе йәшлек йылдарына алып китер, моғайын. Әйткәндәй, “Йәшлек”те уҡыусылар – беҙҙең дә яратҡан тыңлаусыларыбыҙ, шуға ла уларға “ЮлдашХит”тағы бер серҙе асмаҡсыбыҙ. Концертты әлеге көндә кәм тигәндә ярты Рәсәй яратып тыңлаған йырҙары менән бик популяр йырсы тамамлар, тип көтөлә. Тимәк, тамашаны килеп ҡараусы һис тә үкенмәҫ тип ышанабыҙ.
15 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында киске сәғәт 7-лә көтәбеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға