«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Емеш-еләктән десерт



10.11.2017 Емеш-еләктән десерт

Емеш-еләктән десерт
Еңел һәм тиҙ эшләнә. Емеш-еләктең төрлөһөн ҡулланып була.
25 процентлы 0,5 литр ҡаймаҡ, 700 г крекер печеньеһы, 200 г шәкәр, 3 банан, 3 әфлисун, 3 киви, 2 алма, 25 г желатин.
Желатинды ҡабында күрһәтелгән инструкция буйынса ебетергә. Емеш-еләкте ваҡ итеп турарға. Биҙәү өсөн бе­решәрҙән алып ҡалырға.
Ҡаймаҡҡа шәкәр һа­лып туҡырға, әҙерләнгән желатинды, емештәрҙе ҡушып, өҫтөн биҙәргә. Унан һуң десертты әҙер булғансы һыуыҡта тоторға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға