07.11.2017 Ҡабаҡ икраһы
3 кг ҡабаҡ, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 4 ҡалаҡ томат пастаһы, 1 ҡалаҡ 70 процентлы аш һеркәһе, 2,5 ҡалаҡ тоҙ, тәменсә шәкәр, 0,5 л үҫемлек майы кәрәк.
Таҙа итеп йыуылған йәшелсәне турап, һыуҙа бер аҙ бешереп алығыҙ. Алып һыуытҡас, ит үткәргес аша үткәрегеҙ һәм йәшелсә бешерелгән һыуға май һалып, 1 сәғәт талғын утта быҡтырығыҙ.
Аш һеркәһе, тоҙ, шәкәр өҫтәп, тағы ярты сәғәт бешерегеҙ ҙә, эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябығыҙ.