«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡабаҡтан компот



27.10.2017 Ҡабаҡтан компот

Ҡабаҡтан компотҠабаҡтан бик тәмле компот эшләргә мөмкин. Уртаса ҙурлыҡтағы йәшелсәнең ҡабы­ғын әрсеп, эсен таҙартырға. Уны ваҡлап турап, кәстрүлгә һалырға. Өҫтөнә 2 литр һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, 2,5 – 3 стакан шәкәр һалырға. Ҡабаҡ һар­ғылт төҫ алғас (үтә күренмәле һымаҡ), уға өс ҡәнәфер ҡушырға. Уттан алғас, килеп сыҡҡан компотҡа 1/2 балғалаҡ аш һеркәһе өҫтәргә. Әҙер массаны банкаларға тултырып, стерилләргә, нығытып ябырға. Әҙер компот ананас тәме бирә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға