12.11.2017 «Дуҫлыҡ» котлеты
Бер ҙур баклажан, бәләкәйерәк ташҡабаҡ, 1 баш һуған, 100 г сыр, 1 ҡалаҡ он, 2 йомортҡа, тоҙ, борос, һарымһаҡ, 1,5 cтакан үҫемлек майы.
Баклажанды таҙартып бешереп, ваҡлап турарға. Ташҡабаҡты әрсеп, ҡырғыста ыуып, баклажанға ҡушырға, сыр, он, йомортҡа, тоҙ, борос, һарымһаҡ һалып бутарға. Әҙер массанан котлеттар эшләп, онда әүәләп ҡыҙҙырырға.