01.11.2017 Сөгөлдөр салаты
4 кг сөгөлдөр, 2 кг помидор, 2 кг башлы һуған, 2 кг татлы борос, 50 г әсе борос, үҫемлек майы кәрәк.
Һуған менән татлы боросто таҙартырға ла, һаламлап ҡырҡырға, яртылаш әҙер булғанға тиклем үҫемлек майында ҡыҙҙырырға, табанан алып ит үткәргес аша үткәрергә.
Помидор, әсе борос, сөгөлдөр ҙә ит үткәргес аша үткәрелә. Һуңынан уларҙы суйын һауытта бер сәғәт быҡтырырға. Аҙаҡтан һуған, борос, тоҙ ҡушыла. Стерилләнгән банкаға һалып, ҡалай ҡапҡас менән ябып ҡуйырға.