24.10.2017 Ҡайнатманан перәник
1 стакан ҡайнатма, 1 балғалаҡ сода, 1 стакан кефир, 2 йомортҡа, 2,5 стакан он, ярты стакан шәкәр кәрәк.
Ҡайнатмаға сода һалып яҡшылап бутарға ла, өс минут тирәһе ултыртып торорға. Һуңынан ошо массаға кефир, йомортҡа, шәкәр һәм он һалып болғатырға. Майланған формала 40 минут тирәһе бешерергә.