17.10.2017 Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн
Йылайырға ҡунаҡҡа килгәйнем. Район үҙәгенең урамдары буйлап автомобилдә лә, йәйәүләп тә йөрөп сыҡтым. Бер ниндәй ҙә тәртип, таҙалыҡ булмауына әсенеп ҡайттым. Урам буйлап һыйырҙар, малдар йөрөй. Юл, урам буйҙарын кесерткән, әрем баҫҡан. Ә ҡышын тау-тау ҡар өйөмдәре сығарылмай ята, хатта юл билдәләре күмелеп ҡала, тиҙәр. Ситтән килгәндәр ҡайҙа боролош, төп юл икәнен дә аңлай алмай. Ҡасандыр кәртәләнгән ағаслыҡтарҙың кәртәһе алып ташланған. Ул ағастарҙы ҡырҡып, магазиндар, әллә нимәләр төҙөйҙәр. Ә беҙ ҡалала һәр ағас өсөн көрәшәбеҙ. Автовокзал эргәһенән үтерлек тә түгел, сүп-сар. Экология йылы тибеҙ, ә йылайырҙар ауылдарын ҡыйға батыра…
З. Вәлитова.