«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә тағы бер студент һәләк булды



22.12.2010 Өфөлә тағы бер студент һәләк булды

Өфөлә тағы бер студент һәләк булдыЙәш кенә балалар тәү ҡарамаҡҡа үлем тураһында бөтөнләй уйланмаҫҡа тейеш. Ә бөгөн бәлиғ булмағандар араһында ла үҙ ғүмерен үҙе ҡыйыусылар осрай. Ни өсөн? Был һорау яуапһыҙ ҡала, йәғни өлкәндәр уға дөрөҫ яуап бирә алмай.
Өфө ҡалаһының йылғасылыҡ училищеһында уҡыусы 15 йәшлек үҫмер ҙә күптән түгел муйынына элмәк һалған (мәғлүмәт «КП-Уфа» сайтынан алынды). Ринат Фәтҡуллин яҡшы ғаиләнән, алсаҡ булған. Үлер алдынан әсәһенә шылтыратып, эштән ҡасан ҡайтыуын белешкән, тик һуңлаған ата-әсә - егет хушлашыу яҙмаһы ҡалдырған да...
«Атай, әсәй, мине ғәфү итегеҙ, үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт. Мин башҡаса унда уҡырға теләмәйем, былай йәшәй алмайым…» Ошондай йөкмәткеле Ринаттың һуңғы хәбәре. Ә бит ул училищеға үҙе теләп уҡырға барған, йылғасы булырға хыялланған. Дәртләнеп уҡый башлаған. Тик тора-бара кәйефһеҙ йөрөүе йышайған. Хатта дәрестән ҡасып, ауылына ҡайтҡан. Ринаттың әсәһе хәтерләүенсә, улы уны өлкән курс егеттәре йонсотоуын, аҡса һорауҙары һөйләгән. Атаһы директорға барып, хәл-торошто тикшереүен талап иткәс, башҡаса ундай хәл ҡабатланмаҫ, тип ышандырғандар. Ринат тағы ниндәйҙер яман «серҙе» сисмәксе лә булған. Әммә… Был үлем осрағы буйынса эш асылмаған, ғәйеплеләр әлегә язаһыҙ ҡалған. Ошондай фажиғәләр тағы ҡасанға тиклем дауам итер?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға