«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ит һәм бәшмәк тултырылған ҡабаҡ



02.10.2017 Ит һәм бәшмәк тултырылған ҡабаҡ

Ит һәм бәшмәк тултырылған  ҡабаҡ
Уртаса ҙурлыҡтағы 1 ҡабаҡ,1 кг картуф, 500 г бәшмәк, 3 баш һуған, 500 г ит, 2 кишер, үҫемлек майы алына.
Ҡабаҡты яҡ­шылап йыуырға һәм өҫтөн ҡап­ҡас итеп ҡыр­ҡып, орлоҡтарын алырға. Итте, бәшмәкте, һуған менән кишерҙе шаҡмаҡлап турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға. Һуңынан ҡабаҡ эсенә туралған картуф менән аралаштырып һалып, ҡапҡасын ябып бешерергә ҡуйырға. Тултырылған ҡабаҡты 160 – 180 градус эҫелектәге мейестә 2 – 3 сәғәт бешерергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға