20.09.2017 Ҡырау төшөүе ихтимал
Һуңғы көндәр беҙҙе йылы менән иркәләй - әбейҙәр сыуағы бара. Шулай ҙа Башҡортостанға һалҡын атмосфера фронты яҡынлашып килә. Ул үҙем менән ямғыр, киҫкен ел, һыуыҡ килтерәсәк.
Бөгөнгө төндә +6,+11 градус, төньяҡта +1 градусҡаса һыуытасаҡ. Иртән көндөҙ 13-18 градусҡаса йылытасаҡ.
22-һенә ҡараған төндә ҡырау төшөүе көтөлә, 0, -3 градусҡаса һыуытасаҡ. көндөҙөн иһә 10-15 градус ҡына йылы буласаҡ. Артабанғы көндәрҙә лә шулай торасаҡ.